Ул Герой парталары ҡуйылған бөтә мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа үтә. Әйткәндәй, улар 2500-ҙән ашыу. Уҡыусылар һәм студенттар Ватанды һаҡлаусы яугирҙарға хат яҙа.
Хаттарҙы йыйыу бер аҙна дауам итәсәк, һуңынан улар Башҡортостандан киләһе гуманитар ылау составында махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреләсәк. Проект «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Тарихи хәтер» һәм «Яңы мәктәп» проекттары буйынса тормошҡа ашырыла.
Өфө ҡалаһының 115-се гимназияһында Герой партаһы Айрат Насиров хөрмәтенә асылған. Ул был мәктәптә 1-се кластан 9-сы класҡа тиклем уҡыған, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлаған. Айрат Айҙар улы махсус хәрби операцияла 23 йәшендә батырҙарса һәләк булған.




