Башҡортостан иген һатыуҙы арттырған

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғинуар-март айҙарында 843 вагон менән 60 мең тоннаға яҡын продукция экспортланған. Был уҙған йылдың тәүге айҙары менән сағыштырғанда 70 процентҡа күберәк. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яңы бәйләнештәр булдырыла, Башҡортостан тауары сит ил баҙарҙарында тәҡдим ителә, логистика шарттары яҡшыра.  Экпорттың артыуы ошоға бәйле.

Фото №1 - Башҡортостан иген һатыуҙы  арттырған
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ