Республикала яңы аллеялар арта

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан блдереүҙәренсә, 25 апрелдә күпселек райондарҙа “Йәшел Башҡортостан” акцияһы ойошторола.  Ағас ултыртыу өмәләре 10 майға тиклем дауам итә. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһындағы Юрий Гагарин паркында “Ҙур һәм татыу ғаилә” аллеяһы булдырыла. Унда артыш ултыртыла. “Нефтсе” паркын алмағастар биҙәйәсәк.  Туймазыла Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә бағышланған аллеяға нигеҙ һалырға ниәтләйҙәр. Йүкә һәм шыршы ағастары һайланған. Акцияны ойоштороусылар, халыҡты өмәлә әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Тулы мәғлүмәт менән ведомство сайтында танышырға була.

Фото №1 - Республикала яңы аллеялар арта
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ