Башҡортостанда Хәтер аҙналығы: геноцид ҡорбандарын иҫкә алалар

Республиканың Хәрби Дан музейы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда нацистар һәм уларҙың ярҙамсылары тарафынан ҡылынған геноцид ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә Хәтер аҙналығы иғлан итте. Сара сиктәрендә мәктәп уҡыусылары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары музей ойошторған күргәҙмә менән таныша, лекциялар тыңлай ала.

Республика балалар мәғариф үҙәгендә иһә Ишембай ҡалаһының Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы уҡыусылары махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә менән танышты. Билдәле эҙәрмән Александр Волков ойошторған экспозиция студенттарға хәрби ҡорал тарихы, төрлө трофейҙар менән танышыу мөмкинлеге бирә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ