Радий Хәбиров һәм Евгений Шляхто кардиологияны үҫтереүҙе ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Владимир Алмазов исемендәге Милли медицина тикшереү үҙәге етәксеһе, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе-кардиологы Евгений Шляхто менән осрашты. Өфөгә ул республика кардиология хеҙмәтенең 45 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу өсөн килгән. Фекер алышыу барышында тармаҡтың кадрҙар потенциалына айырыуса иғтибар бүленде. Мәҫәлән, инфраструктураны яңыртыу табиптарҙың яңы быуынын йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Был йәһәттән республикалағы үҙәк йәш белгестәргә үҙҙәрен күрһәтә алырҙай майҙансыҡҡа әүерелде.

Евгений Шляхто Республика кардиология үҙәгенең һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығының йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өлкәһендәге эшен юғары баһаланы. Радий Хәбиров медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яңыртыуға иғтибар йүнәлтте. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау белгестәрҙең эш шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ