Республика кардиология үҙәгенә 45 йыл уңайынан Өфөлә ғилми-ғәмәли конференция үтте

Республика кардиология үҙәгенә 45 йыл. Тарихи дата айҡанлы бөгөн Өфөлә ғилми-ғәмәли конференция үтте. Башҡортостан дауаханаһы илдең иң алдынғы 10 медицина учреждениеһы исемлегенә инә, кардиология үҙәге табиптары юғары технологиялы операциялар яһай, хатта йөрәк күсереп ултырта. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә бында меңдәрсә кешегә икенсе ғүмер бүләк ителгән. Кардиоүҙәктең ҡаҙаныштары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Дәртләнеп барабан һуҡҡан үҫмер 12 йәшлек Марк Фридман. Ул кадет корпусында уҡый, музыка менән ҡыҙыҡһына, спорт менән шөғөлләнә. Әммә Марктың ғүмере ҡыл өҫтөндә торған саҡтар ҙа була. 2013 йылда яңы ғына донъяға килгән 7 көнлөк сабыйға аяуһыҙ диагноз ҡуйыла. Йөрәк сирле баланы кардиоүҙәк табиптары ҡотҡарып ҡала.

Мин 4 йыл хоккей уйнай башланым, былтырҙан футболға йөрөйөм. Күптән түгел фехтование түңәрәгенә лә яҙылдым. Миңә әүҙем тормош алып барыу оҡшай

Марк Фридман

Марк Фридман Башҡортостан табиптары ҡотҡарған пациенттарҙың береһе генә. Кардиоүҙәк 45 йыл эсендә меңдәрсә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала. Ә 2025 йылдан медицина учреждениеһының хирургия бүлексәһе яңы бинаға күсә. Заманса шарттар йөрәк һәм ҡан-тамырҙары сирҙәрен башланғыс стадияһында асыҡлау, юғары технологиялы уникаль операциялар уҙғарыу мөмкинлеге бирә. Медицина учреждениеһын сафҡа индереүгә республика ҡаҙнаһынан 11 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был сумма артында ҡотҡарылған меңдәрсә ғүмер ята. Объект асылғандан һуң операциялар иҫәбе 200 меңгә күберәк яһалған.

Башҡортостан кардиохеҙмәте илдә иң алдынғыларҙан һанала. Һуңғы 10 йылда йөрәк өйәнәгенән ғүмере өҙөлгәндәрҙең иҫәбе 29 процентҡа кәмегән. Табиптар күрһәткестәрҙе тағы ла яҡшыртыу өҫтөндә эшләй.

Яңы клиника, заманса шарттар, юғары технологиялар. Әммә һәр бер ҡотҡарылған ғүмер артында үҙ һөнәренең оҫтаһы булған медицина хеҙмәткәрҙәренең көндәлек фиҙаҡәр эшмәкәрлеге ята. Кардиоүҙәктең юбилейына арналған ғилми-ғәмәли конференцияла халыҡ сәләмәтлеге һағында арымай-талмай торған алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды.

Р.Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ