Башҡортостан хәрбиҙәре үтенесе буйынса Донецк Халыҡ Республикаһына 10 ат оҙатылды

Сыҙамлы, эшһөйәр аттар биләмәләрҙе патрулләүҙә ярҙам итәсәк. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе һәм Баймаҡ, Иглин, Миәкә райондары хакимиәттәре «Башҡорт аты» тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты менән берлектә иң яҡшы йылҡыларҙы һайлап алған. Һәр аттың бөтә кәрәкле амуницияһы бар.

Башҡорт аты яҡташтарыбыҙ өсөн һәр ваҡыт ышаныслы хәрби иптәш булды. Хәҙер ҙә шулай булып ҡала. Хәйерле юл, тип яҙған республика етәксеһе. Аттарҙы оҙатып барыу өсөн яу яланынан «Шома» ҡушаматлы яугир ҡайтҡан. Хәрби хеҙмәткәр тап быйыл февралдә Радий Хәбировҡа үтенес менән мөрәжәғәт иткән. Уның әйтеүенсә, башҡорт аттары биләмәләрҙе патрулләү, йөк ташыу һәм шәхси составты күсереп йөрөтөү өсөн ҡулланыласаҡ. Аттарҙы фронтҡа алып барыуҙы ойоштороу өсөн өҫтәмә рәүештә бағыусылар йәлеп ителгән.

Волна
Акции БСТ