Өфөлә Нуретдин Йәнгировтың исеме мәңгеләштерелде

Үҙ һөнәренең оҫтаһы, илһөйәр яугир. Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Нуретдин Йәнгировтың исеме мәңгеләштерелде. Ул хеҙмәт иткән 4-се янғын һүндереү часенең 22-се отрядында ҡаһарман яугирға иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Яугирҙың ҡатыны, балалары, хеҙмәттәштәре, ветерандар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында уҙған илһөйәрлек һәм хәтер сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

Нуретдин Заретдин улы Йәнгиров илебеҙгә тыныслыҡ яулаусы һәм хәүефһеҙлек һағында тороусы шәхес.Тыныс тормошта ул кешеләрҙе ҡотҡарып, янғынды туҡтата, ғаиләһенә һәр ваҡыт йылмайып ҡайтыр була. Үҙ һәм иптәштәре ғүмере өсөн ауыр һәм ҡурҡыныс мәлдәр тураһында һөйләмәй. Алғы һыҙыҡта ла хеҙмәттәштәренә һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тора. Кураков йүнәлешендә Рәсәй сиктәрен һаҡлап һәләк була, һуүңғы һулышына тиклем биргән антына һәм тыуған иленә тоғро ҡала. Ғүмере өҙөлгәндән һуң «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнә. Яугир ҡатыны Елена Зәбир ҡыҙына геройға рәхмәт һәм хөрмәт йөҙөнән генерал Шайморатов ордены тапшырылды.

Яҡындары һәм яҡташтары Нуретдин Заретдин улы Йәнгировты оло йөрәкле, һынмаҫ рухлы көслө кеше булараҡ хәтерләй. Ул 36 йыл ғүмерен янғын һүндереү хеҙмәтенә бағышлай. Күп тапҡырҙар, үлем менән йәшәү араһында ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарыра. Тыйнаҡ холоҡло ир-уҙаман бер ҡасан да дан артынан ҡыумай. Хеҙмәттәштәре уны ышаныслы, ә яҡындары изге күңелле һәм ауыр саҡта иңен ҡуйырға әҙер ине тип хәтерләй.

Атайым алғы һыҙыҡҡа барасағы хаҡында алдан бер кемгә лә белгертмәне. Һуңынан ғына миңә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған олатайым төшөмә керҙе һәм илде яҡларға, дошманды юҡ итергә кәрәк тип саҡырҙы, тине. Атайым изге күңелле, хәстәрлекле, яҡшы кеше булды.

Тимур Йәнгиров, Нуретдин Йәнгировтың улы

Геройҙың ейәне Алмас янғын һүндереүсе булырға хыяллана.Ул кешеләрҙе ҡотҡарырға, бәләгә тарығанда ярҙам итергә, олатаһы юлынан барырға теләй.

Ейәненең бала саҡ теләге илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған герой ғаиләһе өсөн иң ҡыуаныслыһы.Тимәк, Нуретдин Йәнгировтың тормош ҡиммәттәре, изгелеге һәм батырлығы ейәне һәм балаларында дауам итәсәк.

Гүзәл Борханова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ