Милли паспортты билдәләгән экспозиция. Раил Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының этнография һәм археология музейында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының еләндәрен берләштергән күргәҙмә асылды. Әлегә тиклем республикала традицион милли кейемгә тулы аңлатма биргән сараларҙың ойошторолғаны булмаған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тап Ейәнсура районында табылған башҡорт еләне әлеге күргәҙмәне булдырыуға этәргес бирә лә инде. Үҫәргән ырыуына хас традицион милли кейем этнография экспедиция ҡатнашыусыларын битараф ҡалдырмай. Унда
Экспозиция йәмғеһе 11 төр башҡорт еләнен берләштергән. Ейәнсура районында табылғанынан тыш, дүрт өлгө Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты музейынан алынһа, ә ҡалған традицион кейемдәр Этнография һәм археология музейы фондынан сығарылған.
Күргәҙмәне рәсми асыу тантанаһында ҡатнашыусылар башҡорт еләненә арналған экспозицияның республикала тәүгә ойошторолоуын билдәләне. Этнография менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ул бик ҡулай буласаҡ. Сөнки экспозиция традицион кейем өлгөһөнөң һәр детале тураһында бәйән итә.
Азат Ғәлиуллин




