Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында 11 дипломға лайыҡ булды

Был турала социаль селтәрҙә  Радий  Хәбиров  хәбәр итә. Ике уҡыусы - абсолют еңеүсе. Улар Мораҡ  башҡорт гимназияһынан 9-сы класта белем алыусы  Иҙел Исҡужин һәм Өфөнөң 39-сы гимназияһынан  11-се класс уҡыусыһы Камилла Нурисламова. Миәкә, Күгәресен, Өфө, Нефтекама Туймазынан тағы 9 уҡыусы еңеүселәр һәм призерҙар рәтендә. - Балаларҙың яҡшы ҡаҙанышы - ҙур һәм эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе. Был эште дауам итәсәкбеҙ, - ти  Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында 11 дипломға лайыҡ булды
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ