Был турала ҡаланың архитектура идаралығынан хәбәр итәлә. Әле бында бинаның тышҡы яғын биҙәү эштәре бара. Быйыл уҡ ҡайһы бер бүлмәләрҙе файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. "Әр-Рәхим" 2006 йылда төҙөлә башланы. Инвесторҙар алмашыныуы арҡаһында эштәр тотҡарланды.





