Был юлы буласаҡ коллегаларым-йәш хоҡуҡ белгестәре ҡыуандырҙы тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында республикабыҙ командаһы 11 диплом яуланы. Уларҙың икәүһе абсолют еңеүсе-Мораҡ ауылының Мортаза Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Иҙел Исҡужин һәм Өфөнөң 39-сы гимназияһынан Камилә Нурисламова.
Миәкә, Күгәрсен, Өфө райондарынан, Өфө, Нефтекама, Туймазынан тағы 9 уҡыусы еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбенә инде. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайым, тип яҙған Башҡортостан башлығы.




