Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң бер төркөм яугирҙар йәнә алғы һыҙыҡҡа Ватан һағына юлланды

Хәрбиҙәр ике аҙна дауамында туғандары һәм яҡындары менән ял иткән, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, һаулығын нығытҡан, власть органдарына консультациялар менән мөрәжәғәт иткән. Мәктәптәрҙә үҫмерҙәр алдында хәрби-илһөйәрлек сараларында сығыш яһаған. Яугирҙарҙы туғандары, ҡатындары, балалары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре оҙатырға килгәйне. Һалдаттар яуҙаштарына ғаиләләренән исемле посылкалар тапшырасаҡ. Донбасҡа хәрби бурысын үтәргә улар Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса бүленгән уңайлы автобустарҙа юлланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ