Үҙгәрештәр 1 декабрҙән ғәмәлгә инәсәк. Ҡағиҙәләр 1 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балаларҙы хеҙмәтләндереүсе бөҙрәханаларға ҡағыла. Яңы ГОСТҡа ярашлы, балаларға сәс ҡырҡыу, ваҡытылыса буяу, ҡул һәм аяҡтар тиреһен тәрбиәләү рөхсәт ителә.
Маникюр һәм педикюр эшлдәткәндә ҡырҡа торған процедуралар булырға тейеш түгел. 10 йәшкә тиклемге клиенттанҙың атаүәсә оҙатыуында булыуы ла мотлаҡ. Татуировкаларҙың ваҡытлысалары һәм йәбештерә торғандары ғына рөхсәт ителә. СПА процедуралар һәм ҡолаҡтарҙы тишеү ҙә тыйылмаған. Ә бына химия ҡулланып сәстәрҙе туралау, бөҙрәләтеү, йыш буяу, төҫһөҙләндереү, пирсинг һәм башҡа байтаҡ косметология процедуралары тыйыла. Шулай уҡ бөҙрәханаларҙың йыһазландырылышы, хеҙмәт күрһәтеү шарттарына ла талаптар көсәйә.




