Өфөлә милли кейем көнө: «Башҡортостан» концерт залы алдында байрам саралары үтә

Бөгөн-Башҡортостан халыҡтары милли кейеме көнө билдәләнә. Рәсми рәүештә 2020 йылдан башлап уҙғарылған сара иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһенә әүерелеп, төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бөгөн Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар, һәм улар милли кейемдә сағылыш таба. Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө айҡанлы төрлө ойошмаларҙа, майҙандарҙа күләмле саралар үтә. Өфөлә төп байрам майҙансығы-«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында стилләштерелгән кейем күрһәтеү ойошторола. Шулай уҡ көн дауамында төрлө сәхнә оҫталары сығыштары, күргәҙмә-йәрминкә һәм милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә.

Волна
Акции БСТ