Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле башҡорт яҙыусыһы Мөхөтдин Тажиға 120 йыл тулығына арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Сараның тап Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры исемен йөрөткән йортта үтеүе осраҡлы түгел. Мөхөтдин Тажи Мәжит Ғафуриҙың яҡын дуҫтарының береһе була. Йәш яҙыусы остазы менән фекер алышып, үҙенең әҫәрҙәре менән уртаҡлаша, унан ҡиммәтле кәңәштәр һәм ярҙам ала.
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы фондында Мөхөтдин Тажиҙың автографтары менән китаптары, фотолары һәм башҡа шәхси әйберҙәре һаҡлана. Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә әҙиптең туғандары һәм яҡындары сығыш яһаны, Белорет районынан ауылдаштары ҡатнашты.




