«Рәсәйҙең иң яҡшы таксисы» төбәк конкурсы Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ярҙамында һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Ҡабул ителгән ете тиҫтәләп ғариза араһынан, тик 16 водитель Өфө автодромында һөнәри оҫталығын һынаны. Өс этапта ойошторолған конкурста стажы һәм пассажирҙар ташыуға лицензияһы булған водителдәр генә ҡатнашты. Улар юл ҡағиҙәләрен, шулай уҡ Өфө тарихын белеү кимәлен күрһәтте. Практик этапта машинала төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеү оҫталығы тикшерелде. Төбәк этабын үтеүсе таксист Рәсәйҙә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.




