Бөгөн республика халҡы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәрбеҙ Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты. Уны ойоштороу өсөн ике меңдән ашыу майҙансыҡ әҙерләнгәйне, шулай уҡ акцияға БСТ һәм «Тамыр» телекандары, «Ашҡаҙар» радиоһы аша ла ҡушылыу мөмкинлеге булдырылды. Тел мәҙәниәтен күтәреүгә, туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проект тураһында Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы
Ҡурай моңдарына «Ҡарлуғас» та килеп туҡтаны. «Өфө-Раевка» маршруты буйынса йөрөгән поездың беренсе вагонында пассажирҙар өсөн башҡорт теленән диктант яҙыу мөмкинлеге булдырылды. «Башҡортостан ҡала яны компанияһы»ның Халыҡ-ара акцияға ҡушылыуын олоһо ла, йәше лә дәррәү ҡабул итте. Юлдағы ваҡытты файҙа менән үткәрергә, шул уҡ мәлдә белемде лә һынап ҡарарға мөмкин.
Диктант тексын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Бүреләр» төркөмө солисы Илшат Абдуллин уҡыны. Сара аҙағында ул барыһын да йырҙары менән һөйөндөрҙө.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты Рәсәйҙең утыҙ төбәгендә һәм 15 сит илдә яҙҙылар. Төп майҙансыҡтарҙың береһе-Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә башланғыс кимәл өсөн текст тәҡдим ителде. Шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Айгөл Йәмилева автор булараҡ Рәсәй халыҡтары берҙәмлегенә арналған диктант материалына тәрән мәғәнә һалырға тырышҡан.
Мәғариф акцияһында ҡатнашыусылар өсөн диктант өс кимәлдә тәҡдим ителде. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, башҡорт телен яҡшы белеүселәр һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар өсөн текстар махсус рәүештә әҙерләнгәйне. Улар Башҡортостанда барған Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шулай уҡ башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың 200 йыллығына ла арналды.
Акцияны ойоштороу майҙансыҡтары булараҡ мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениялары һайланғайны. Иглин районында йәшәүселәр ҙә мәртәбәле сарала ҡатнашып, туған телгә һөйөүен күрһәтте.
Республиканың төрлө ведомство-министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ла диктантты һәр йылдағыса дәррәү күтәреп алды.
Халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы ғалимдар араһында ла киң билдәләнде. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре белемдәрен ике кимәлдә, шул иҫәптән төньяҡ-көнбайыш диалектында һынаны. Сара уңайынан музей фондында һаҡланған тарихи әйберҙәрҙән, ҡулъяҙмаларҙан, ғалимдарҙың ҡаҙаныштарынан торған махсус күргәҙмә лә ойошторолдо.
Республикала башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә иғтибар юғары. Һуңғы йылдарҙа балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре иҫәбе 20 процентҡа артҡан, мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү күрһәткесе 80 процентҡа еткән. Интернетта ла телебеҙ киң ҡулланыла башланы
Башҡорт теленән диктантты онлайн-форматта яҙырға теләүселәр өсөн БСТ каналында тура эфир ойошторолдо. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡаһарман яҡташтарыбыҙ ҙа ваҡытлыса позицияларын ҡалдырып, мәғариф акцияһына ҡушылды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда Башҡорт теленән диктант яҙыу буйынса акция Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарыла башлап, дөйөм милли мәғариф проектына әйләнде. Төбәк етәксеһе үҙе лә сарала даими ҡатнаша, социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ул «Туған тел-һәр кем өсөн рухи моң» булыуын билдәләне.
Гөлназ Хәйбуллина




