Өфө-Стәрлетамаҡ трассаһында яҡтыртыу ҡоролмалмаларын ремонтлау көҙгә тиклем дауам итәсәк

Өфө-Стәрлетамаҡ трассаһында яҡтыртыу ҡоролмалмаларын ремонтлау көҙгә тиклем дауам итәсәк. Әле кабелдәрҙе монтажлау эштәре башланған. Р-240 трассаһы ҡасан балҡыр? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева белә.

Өҙөлгән электр кабелен тоташтырыуҙа яңы технологияларҙың береһе ҡулланыла. Муфталар эпоксид ыҫмала менән нығытыла. Тәжрибәле электр монтажлаусы уны йәһәт кенә тоташтырып ҡуя.

Өфө- Стәрлетамаҡ юлында 2021 йылда төҙөлгәндән бирле яҡтыртыу ҡоролмаларының байтағы янмай. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быға бурҙар ғәйепле. Кабель урлау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Унан һуң подрядсы ойошма тарафынан өҙөлгән урындар ялғанған. Әммә йөйҙәргә һыу үтеү менән ут һүнә һәм Р-240 йәнә ҡараңғылыҡҡа сума.

Электриктарға эш көҙгә тиклем етәсәк. Был турала юл буйлап бағаналарға бәйләнгән ҡыҙыл таҫмалар ҙа һөйләй. Тап уларҙың кабелдәре ҡырҡып алынған.

Яҡтылыҡ ҡоролмаларын беҙҙең компания эшләне. Кабелдәр урланғандан һуң тергеҙеү эше сифатһыҙ башҡарылғанға күрә, ҡабаттан эшләйбеҙ. Күп урында ике бағана араһын тотош яңыртырға тура килә.

Тимур Ғарипов, «СБТ- СТРОЙ» яуаплылығы сикләнгән компанияһы участка етәксеһе

Р-240 трассаһында яҡтыртыуҙы тулыһынса ҡабыҙырға Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләрҙең береһендә ҡушты. Юлда фонарҙарҙың урыны менән генә яныуын һәм үҙе ҡараңғы ваҡытты ҡайтыуы тураһында әйтте.

Төндә автомобилдә күп араны фара яҡтылығында ғына үтергә тура килә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров автоһәүәҫкәрҙәр тарафынан ялыуҙар ишетеүен билдәләп, киҫкен мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

Яҡтылыҡ ҡоролмаларын урынлаштырған Санкт- Петербург компанияһы вәкилдәре белдереүенсә, ремонт өсөн сығымды улар үҙҙәре бүлә.

Рәмилә Исмәғилева

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ