Өфөлә эш йәрминкәһе: 100 предприятие 4 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итте

100 предприятие 4 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итте. «Рәсәй эше, Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эш урындары йәрминкәһенең төбәк этабы ғәҙәттәгесә киң ойошторолдо. Баш ҡаланың «Торатау» конгресс -холында үткән сараға йөҙәрләгән студент, эш эҙләүселәр, яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәр йыйылды.

Күләмле сара тотош ил буйынса үтә һәм иң актуаль хеҙмәт урындары тәҡдим итә. Унда эш эҙләүселәр ҙә, тәҡдим итеүселәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Ә һөнәри йүнәлеш алырға теләүселәр өсөн төрлө тестар, семинарҙар һәм консультациялар ойошторола. Профессиональ йүнәлеш айырыуса студенттар өсөн ҡыҙыҡлы. Ә бына аныҡ хеҙмәт урыны эҙләп килеүселәргә предприятие вәкилдәре менән туранан -тура аралашыу мөмкинлеге ойошторолдо.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ