Техниканың әҙерлек кимәле яҡшы. Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Баҫыуҙарҙа 12 мең трактор эшләй. Яҙғы сәсеү 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда башҡарыла, тине Республика Башлығы. Радий Хәбиров ил хөкүмәтенә финанс ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Быйыл Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы 17 миллиард һумға льготалы кредит хуплаған.





