«Йәшел Башҡортостан» акцияһының беренсе көнөндә 2 мең 100 төп эре ағас һәм 84 мең ҡыуаҡ ултыртылған. Акция бөгөн башланды һәм 10 майға тиклем дауам итәсәк.
Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, төрлө ҡала һәм райондарҙа 54 яңы аллея барлыҡҡа килде. Бер үк ваҡытта Иглин, Йылайыр һәм Учалы райондарында «Хәтер баҡсаһы» акцияһы старт алды. «Экологик именлек» милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында Башҡортостан да унда йыл һайын ҡатнаша. Шулай уҡ республикала өмәләр ҙә үтә. Ошо көндәрҙә таҙалыҡ урынлаштырырға ярҙам итеүселәрҙең, ағас ултыртыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм тигән Радий Хәбиров




