«Йәшел Башҡортостан» акцияһына Иглин районы ла ҡушылды

Муниципаль берәмектең «Ҡояшлы» паркында 2-3 метрлыҡ йүкәләр ултыртылды. Ул татыу ғаилә аллеяһы тип атала. Ағас ултыртыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ла ҡатнашты. Йәшелләндереү акцияһы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Иглиндың «Ҡояшлы» паркы иртәндән үк гөрләп тора. Яңы микрорайонда урынлашҡан заманса йәмәғәт биләмәһе район халҡының яратҡан урыны. Шуға күрә лә ағас ултыртыуҙы иглиндәр дәррәү күтәреп алған. Акцияла ҡатнашыусылар араһында өлкән быуын вәкилдәре лә, махсус хәрби операция яугирҙары ла, йәштәр ҙә, балалар ҙа байтаҡ. Күптәр ғаиләләре менән килгән.

«Ҡояшлы» паркында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ағас ултыртты. Йәшелләндереү акцияһы Башҡорт йүкәһен тергеҙеү фонды менән берлектә ойошторолған. Был проект йүкә ағастарын арттырыу, башҡорт балын һаҡлау буйынса күләмле саралар планына нигеҙ һала.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы республиканың йәшел ҡалҡанын нығытыуҙы, муницпаль берәмектәрҙе йәшелләндереүҙе, үҫеп килгән быуында тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Быйыл ойоштороусылар күберәк йүкә ултыртырға ниәтләй. Ҡатнашыусылар араһында бүләктәр ҙә уйнатыла.

Иглин районы йылдам үҫешкән муниципаль берәмектәрҙең береһе. Бында яңынан-яңы микрорайондар ҡалҡып сыға, йәш ғаиләләр күп. «Ҡояшлы» паркындағы йүкәләр аллеяһы ла «Татыу ғаилә» исемен йөрөтә. Сөнки ул ғаиләләрҙең яратҡан урыны.

Иглин районында бөгөн «Йәшел Башҡортостан» акцияһын тыш, Хәтер баҡсаһы ла башланды. Ул Субаҡай ауылы эргәһендә үтте. Ике акция ла «Экология» милли проекты буйныса тормошҡа ашырыла.

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ