Тотош республика йәштәре үҙҙәре йәшәгән ерҙе тәртипкә килтереү өсөн акцияға ҡушылды. Баш ҡалала ирекмәндәр Непейцев дендропаркына шәмбе өмәһенә сыҡты.
Сүп-сарҙы беҙ йәшәгән ергә бер кем дә ситтән килтереп ырғытмай. Урамда, йәмәғәт урындарында ятҡан ҡалдыҡтар барыһы ла беҙҙең йәшәйеш һөҙөмтәһе. Шуға күрә тирә-йүнде тәртипкә килтереү ҙә тап беҙҙең бурыс, ти йәштәр. Акция сиктәрендә шәмбе өмәләренә ҡушылыусылар артыуы йәштәрҙең экология мәсьәләһенә аңлы ҡарашта булыуына ишара.
Паркты тәртипкә килтереүгә йәш ирекмәндәр, мәктәп уҡыусылары, йәштәр хәрәкәттәре ағзалары сыҡты. Уларҙың эшен күреп эргә- тирәлә йәшәүсе халыҡ та битараф ҡалманы. Бергә башҡарылған эш тиҙерәк тә, күңеллерәк тә үтә.




