Ауырғазы районы Кешәнле ауылы янындағы Байыш күлендә яҙғы өмә уҙҙы

Күл буйын таҙартыуға тәбиғәтте һаҡлаусылар, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары сыҡты. Байыш күле буйын улар сүп-сарҙан таҙартты. Быуала ауыл халҡы һәм ситтән килеүселәр йәй буйы балыҡ тота, һыу инә.

Экологик өмәлә ҡатнашыусылар быуаға балыҡтар ҙа ебәрҙе. Өмәне ойоштороусы Миҙхәт Хәсәнов оҙаҡ йылдар Себерҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тыуған ауылына ҡайтып экологик акциялар уҙғара Күптәр уны кедр ағастары ултыртыусы булараҡ белә. Ә балыҡ үрсетергә ул бала саҡта өйрәнгән.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ