Тамашаны махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам маҡсатында урындағы «Аҡ инәйҙәр» ирекмәндәр төркөмө ойошторҙо. Махсус хәрби операция башланыу менән Асҡын районы халҡы ирекмәнлек эшенә әүҙем ҡушыла. Һәр ауылда тиерлек төркөмдәр булдырыла, урында йәшәүселәр маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре ҡоя, ойоҡбаш бәйләй, кейем-һалып тегә. Хәйриә концертында тыуған илгә һөйөү, хөрмәт тойғолары менән һуғарылған ижади номерҙар күрһәтелде. Саранан йыйылған аҡса махсус хәрби операция биләмәһенә, яугирҙарға кәрәк-яраҡтар һатып алыуға йүнәлтелә.




