Ҡатнашыусылар «Өфө муйынсағы» экологик һуҡмағының үҙенсәлекле маршруттары буйлап йүгерәсәк. Быйылғы төп сюрприз-ғәҙәти булмаған миҙал. Ул өс өлөштән тора. Йүгереүселәр араһында Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Алһыу Байегетова ла бар. Ул өс дистанцияны ла уңышлы үтергә теләй, шуға күрә старт алдынан күнегеүҙәр эшләп, организмын оҙайлы физик ярышҡа әҙерләгән.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, ярыштар өс этаптан тора. Тәүгеһенә старт, бөгөн бирелде, ә икенсеһе августа, ә өсөнсөһө октябрҙә көтөлә. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла тәбиғәт ҡосағында ойошторолған ярыштан ситтә ҡалмаған. Белем усағы данын яҡлап ике тиҫтәгә яҡын үҫмер йүгереүгә сыҡҡан.




