Ҡырмыҫҡалылар "Хәтер баҡсаһы" акцияһына ҡушылды

Үтәгән ауылында Бөйөк Ватан, Афған, Чечен һуғыштары һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә шыршы үҫентеләре ултыртылды. Илһөйәрлек сараһында “Юлдаш” радиоһының "Журналист - ирекмәндәр" төркөмө лә ҡатнашты. Ауыл мәсетендә алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәребеҙ именлегенә һәм хәрбиҙәребеҙ рухына аят уҡылды. “Аллея батырҙарыбыҙға хөрмәт һәм ихтирам билдәһе”, - ти үтәгәндәр.

Ҡырмыҫҡалылар "Хәтер баҡсаһы" акцияһына ҡушылды

Ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе, старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова белдереүенсә, махсус хәрби операция барышында 12 егет ил һағына баҫҡан. 

Ҡырмыҫҡалылар "Хәтер баҡсаһы" акцияһына ҡушылды

Фәзит Әхмәтйәновтың атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған.

Ҡырмыҫҡалылар "Хәтер баҡсаһы" акцияһына ҡушылды

Үтәгән  халҡы "Хәтер баҡсаһы"нда батырҙар иҫтәлегенә мемориал-стела урынлаштырырға, эскәмйәләр ҡуйырға ниәтләй. Киләсәктә бында илһөйәрлек сараларын ойоштороу күҙаллана.

Фото №1 - Ҡырмыҫҡалылар "Хәтер баҡсаһы" акцияһына ҡушылды
Волна
Волна
Акции БСТ