Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек үҫешә

Бөгөн Ташкент ҡалаһында "Иннопром.Үҙәк Азия" тигән халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе эш башланы. Ул 22 апрелгә тиклем дауам итә. Үзбәкстанға Башҡортостан делегацияһы килде. Уны Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, был күргәҙмәлә ҡатнашыу халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫешенә ҡеүәт бирә. Уҙған йылда беҙҙең компаниялар 300-ҙән ашыу һөйләшеү уҙғарған, килешеүҙәр төҙөлгән. Быйыл тағы яҡшыраҡ һөҙөмтәгә ирешеү маҡсаты ҡуйыла. Делегация составында 30-ҙан ашыу компания вәкиле, улар Үзбәкстанға машина төҙөлөшө, нефть химияһы, агросәнәғәт комплексы продукцияһы һәм IT-технология тәҡдим итергә әҙер. 

Фото №1 - Башҡортостан һәм Үзбәкстан  араһында хеҙмәттәшлек үҫешә
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ