Бында "Иннопром. Үҙәк Азия" тигән күргәҙмә үтә. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, бер нисә йыл элек башланған эш дауам итә. Партнерҙар менән мөнәсәбәттәр көйләнә. Үзбәкстан етәкселеге, хокимдар хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныу белдерә. Беҙҙең республика ҡатнашлығындағы ҙур проект Бекабадтағы технопарк. Яҡшы шарттар тәҡдим ителде. Ишектәр асыла, эргәлә Афғанстан һәм Ҡаҙағстан. Беҙ бөтә Үҙәк Азия менән хеҙмәттәшлеккә ынтылабыҙ, - тине Радий Хәбиров.





