«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса Киров районында Салауат Юлаев майҙанын һәм «Йәш армиясылар» скверын төҙөкләндерергә тәҡдим ителде. Проекттарға федераль аҡса бүлеү халыҡтың әүҙемлегенә генә бәйле. Билдәле булыуынса, башҡорт халҡының милли геройы майҙаны баш ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн мөһим урын. 2027 йылға Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау тамамланасаҡ. Уның тирәһендәге биләмәнең дә заманса һәм матур булыуы мөһим.
Тауыш биреү, иртәгә 21 апрелдә башлана. Унда 14 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендәге платформа менән файҙаланырға мөмкин, унда тауыш биреү өсөн бөтә проекттар ҙа уңайлы формала тәҡдим ителгән.




