«Шүлгәнташ» мәмерйәһен тикшереүсе спелеологтар яңы асыш алдында

Бар донъяға билдәле тәбиғәт ҡомартҡыһы әле тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән, ти белгестәр. Ғалимдар алдында яңы залдар, быға тиклем күренмәгән һүрәттәр, билдәһеҙ бөжәктәр һәм микроорганизмдарҙың билдәһеҙ серҙәре асылыуы ихтимал. Тап ошо ҡыҙыҡһыныу спелеологтарҙы ғына түгел, туристарҙы ла үҙенә йәлеп итә. Былтыр ғына мәмерйәне 70 меңдән ашыу кеше ҡараған.

Мысыр пирамидалары төҙөлгәнгә тиклем, әле тәгәрмәс уйлап сығарылмаған дәүерҙә йәшәгән кешеләрҙең һынлы сәнғәт өлгөләре. Тап улар аша ун биш мең йыллыҡ тарих беҙҙең заманға тиклем һаҡланған. Үткән быуаттың 59 йылында уҡ өйрәнелә башлаһа ла өнһөҙ таштар һаманға тиклем сер һаҡлай.

Хәҙер улар республиканың ғына түгел, тотош донъяның ҡәҙерләп һаҡлаған мираҫы. Белгестәр археология һәйкәле эсендә 200 ҙән ашыу һүрәт тапҡын. Тотош ер шарында тәүге дөйә һүрәте лә тап Шүлганташта эшләнгән. Туристар иһә рәсемдәрҙең күсермәһен генә күрә ала, ләкин был халыҡ ағымын бер ҙә кәметмәй.

Мамонт тештәре, боронғо хайуандар һөйәктәре, тәүтормош кешеләренең көнкүреш һәм һуғыш ҡоралдары. Шүлганташ мәмерйәһе янында табылған барлыҡ ҡомартҡылар хәҙер бер ерҙә. 4 мең квадрат майҙанды биләгән заманса музейҙа һаҡлана. Таш быуат заманындағы тарихты хәҙер интерактив таҡталар һөйләй.

Тау-таш, ҡарурман араһында һуңғы технологияларҙы файҙаланып төҙөлгән музей ҡалҡып сығыуы туристарҙы хайран ҡалдыра ла инде.

Полеолит дәүеренең ташҡа баҫылған рәсемдәре музейы барлыҡҡа килеүе урындағы туризмды тағы ла көсәйтә. Үҙ сиратында ҡунаҡ йорттары, кемпингтарға ла ихтыяж арта. Туристар хәҙер Бөрйән иленең бар матурлығын һәм серлелеген бер ерҙә танып белә ала.

Былтыр ғына Шүлгәнташты 70 меңдән ашыу турист килеп күргән. Быйыл һандар тағы артыр тип көтөлә. Ә бит был республикалағы мауыҡтырҫғыс маршруттарҙың берәүһе генә. Иң мөһиме халыҡ ағымын тейешле кимәлдә хеҙмәтләндерә алыу. Республика был йәһттән туризмға ҙур өмөттәр бағлай һәм сығымдар йүнәлтә. Милли пректтар ярҙамында федераль үҙәктән йөҙҙәрсә миллион һумдар йәлеп ителә.

А.Кәбиров

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ