Өфөлә «Йәшлек йәшен йәшнәтер» ҡала балалар медиафестиваленә йомғаҡ яһалды

Йәшлек йәшен йәшнәтер. Өфөлә ошондай исем аҫтында ойошторолған ҡала балалар медиафестиваленә йомғаҡ яһалды. Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Евразия фән-белем биреү үҙәгенең Халыҡ-ара кампусында үтте.

«Йәшлек йәшен йәшнәтә» медиафестивале быйыл 10-сы тапҡыр ойошторолдо. 2016 йылда Өфө мәғариф учреждениелары уҡыусылары араһында башланған ижади бәйгелә хәҙер республика төбәктәренән генә түгел, Рәсәй субъекттарынан һәм сит илдәрҙән дә балалар ҡатнаша. Йәғни, конкурстың статусы күтәрелә, даирәһе киңәйә. Улар араһында телевидение, радио репортаждары ла, йәнһүрәттәр ҙә, музыкаль клиптар ҙа, фотоһүрәттәр ҙә, публицистика материалдары ла бар. Быйыл медиафестивалгә 650 ҡатнашыусынан 400-гә яҡын иждаи эш ҡабул ителгән. Ә 10 йыл эсендә конкурста 3 мең ярым тирәһе бала үҙ көсөн һынап ҡараған.

Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, конкурс бағыусылары әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Сараны Өфөнөң балалар төркөмдәре әҙерләгән концерт номерҙары биҙәне. Ойоштороусылар билдәләүенсә, медиафестиваль балаларҙың ижади фекерләүен үҫтерергә булышлыҡ итә, һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән дә отошло. Учалы районынан «Ҡусҡар» медиастудияһы «документаль фильм» номинацияһында еңеү яуланы. Ижади студияны 7 бала тәрбиәләгән Сафиндар ғаиләһе ойошторған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ