Уларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондары буйынса хәрби комиссары, подполковник Сергей Жувак тәбрикләп, ир-егеттәрҙең хәрби бурысты намыҫлы үтәп, еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙар тыуған ерҙән көс алып, иптәштәренә исемле посылкалар, ялан шарттарында ҡулланыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар ҙа алған. Ял мәлендә ил именлеге һағында тороусылар һаулығын яҡшыртҡан, ғаиләләре, туғандары менән бергә ял иткән, йорт-хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашҡан. "Тагил" ҡушаматлы яугир яңы тыуған ҡыҙын тәге тапҡыр күреп ҡыуанған.




