Үҙәк Азия илдәре менән хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре билдәләнде

Илдең беренсе вице-премьеры Денис Мантуров “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһенең пленар ултырышында сығыш яһаны. “Металлургия, машиналар эшләү, фармацевтика, еңел сәнәғәт, гидроэнергетика һәм атом электр станцияларын төҙөү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә алабыҙ. Бөгөн Үзбәкстанда Рәсәй капиталы булған 3 мең предприятие эшләй. Улар ҡатнашлығында 150 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Бәйләнештәр заманса моделгә күсә бара. Берлектә булдырылған индустриаль парктар юғары технологияға ҡоролған продукция етештерергә мөмкинлек бирә”, - тине ул.  “Рәсәй Үзбәкстандың төп партнеры. “Иннопром” күргәҙмәһе яңы проекттарға нигеҙ һалырға, бәйләнештәрҙе нығытырға һәм кооперацияны яңы кимәлгә күтәрергә мөмкинлек биреүенә ышанабыҙ”, - тине Үзбәкстан премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев. “Иннопром” күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша, республика сәнәғәтенә арналған стенд ҡуйылған.

Фото №1 - Үҙәк Азия илдәре менән хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре билдәләнде
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ