Яҡташтарыбыҙ “Кесе Ватан – Рәсәй ҡеүәте” муниципаль форумы барышында бүләкләнде. Дүртөйлө район хакимиәте башлығы Риф Йосоповҡа Владимир Путиндың Рәхмәт хаты бирелде. Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова “Атҡаҙанған муниципаль хеҙмәткәр” исеменә лайыҡ булды. Наградаларҙы Рәсәй Президенты хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы. Сара барышында илдең 30 төбәгенән, шул иҫәптән Донецк халыҡ республикаһынан килгән делегаттар бүләкләнде.





