Сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау, уларҙы дауалау маҡсатындағы медицина ярҙамы менән 18 йәштән алып өлкән йәшкә тиклемге граждандар файҙалана ала. Сараға Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 9-cы поликлиникала пациенттар ҙа әүҙем ҡушылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Өфөлә йәшәүсе Резеда Яхина йыл һайын диспансер тикшереү үтә. 67 йәшлек ханым йәшәү урыны буйынса теркәлгән поликлиника табиптарына күренеп, һаулығын нығыта. Терапевт юлламаһы буйынса ул байтаҡ анализдарҙы тапшырып, организмында иғтибар талап иткән һорауҙарҙы асыҡлаған, табиптар пациентты дауалау сараларын билдәләгән.
Диспансер тикшереү ваҡыты граждандарҙың тыуған йылына ҡарап билдәләнә, ә инде 40 йәштән алып бушлай тикшереү йыл һайын ойошторола. Поликлиникаға мөрәжәғәт итеп беренсе этапта ҡан анализы, маммография, флюорография, экг кеүек тикшереүҙәр уҙғарыла. Пациенттың һаулығына һәм анализ һөҙөмтәләренә ҡарап кәрәк осраҡтарҙа өҫтәмә белгестәр йәлеп ителә. Өфөнөң 9-сы поликлиникаһында быйыл 30 меңгә яҡын пациент диспансер тикшереүе үтер тип көтөлә.
Башҡортостанда үлем осраҡтарын кәметеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Хәүефле сирҙе иртә стадияла асыҡлау, һөҙөмтәле дауалау саралары граждандарҙың ғүмерен оҙатыуға булышлыҡ итә Диспансер тикшереү өсөн эшләүсе граждандарға түләүле ял көнө бүлеү ҡаралған.
Флорида Миһранова




