Быйыл 550 гектар самаһы майҙанда парктарҙа, скверҙарҙа, спорт комлпестар биләмәһендә санитар гигиена сараһы үтәсәк. Эпидемия миҙгеле быйыл ғәҙәттәгенән алдараҡ башланды. Биатлон спорт комплексы ла ҡуйы урман менән уратып алынған. Ул да айырыуса хәүеф зонаһына ҡарай. Талпандар үтеп инмәһен өсөн белгестәр һәр метрҙы эшкәртә. Парктар һәм скверҙар төн уртаһында йәки иртә таңдан, кеше йөрөмәгән ваҡытта дизенфикциялана.
Әммә талпанға ҡаршы эшкәртеү хәүефһеҙлек сараларын үтәмәүгә йөҙ процентлы гарантия бирмәй. Ботаника баҡсаһы хеҙмәткәре Надежда Рязановаға ла эш буйынса йыш ҡына хәүефле урындарҙа булырға тура килә. Хеҙмәткәргә бер юлы ике талпан ҡаҙалыу сәбәпле, антибиотиктар курсы үтергә тура килә. Хәүеф категорияһында булғанлыҡтан, ул йыл һайын талпан тешләүҙән страховкалана.




