Башҡортостан уҡыусылары география буйынса олимпиадала 6 наградаға лайыҡ булды

Өфөлә Бөтә Рәсәй олимпиадаһының финал этабы үтте. Радий Хәбиров хәбәр итеүҙәренсә, тап география дәрестәре балаларҙы донъяны, тирә-яҡтың матурлығын күрергә, танып белергә өйрәтә. Тыуған төйәккә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләй, ул. Олимпиадала Өфөнән Марсель Нуретдинов, Дарина Ғәзизова еңеү яуланы. Сибайҙан Азат Аҫылбаев, Стәрлетамаҡтан Дмитрий Иняков һәм Леон Павлюк, Туймазы районынан Тамерлан Сәхипгәрәев призер булды.

Фото №1 - Башҡортостан уҡыусылары  география буйынса олимпиадала 6 наградаға лайыҡ булды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ