Ҡариҙел районында Унлар башҡорт ырыуы йыйыны үтте

Съезда республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарынан, Свердловск өлкәһенән һәм Пермь крайынан ырыуҙаштар, шулай уҡ танылған ғалимдар, эксперттар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар Унлар ырыуын үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты, фәнни тикшеренеүҙәр һәм идеялары менән уртаҡлашты. Бынан тыш, Табын ырыуының 7-се съезына делегаттар һайланды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был башҡорт ырыуҙары араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙа мөһим аҙымдарҙың береһе. Йыйында ҡатнашыусылар шулай уҡ башҡорт теленән диктант та яҙҙы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ