Баймаҡта «Урал батыр» эпосы буйынса уҡыусылар конкурсы үтте

Урал батыр рухын һаҡлап. Баймаҡ районының телһөйәр, рухлы уҡыусылары әҙәби мираҫҡа тоғро ҡала. Был юлы улар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, уны сәхнәләштереү буйынса көс һынашты.

«Урал батыр» эпосын башҡарыусылар араһында конкурс әҙәби мираҫты өйрәнеү һәм популярлаштырыу, башҡорттарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында уҙғарыла. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе һәм мәғариф бүлегендә үткән бәйгегә береһенән-береһе ҡыйыу уҡыусылар ҡатнашты.

Яҡшылыҡ менән яманлыҡтың көрәшен сағылдырған «Урал батыр» эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны. Ижади бәйгегә малайҙар һәм ҡыҙҙар ныҡлы әҙерлек менән килеп, сәхнәлә ихлас сығыш яһаны. Жюри ағзалары йәш сәсәндәрҙең әҙерлек кимәлен, һөйләү оҫталығын, кейемдең тематикаға ярашлы булыуын баһаланы.

Иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы булған «Урал батыр» эпосын ятлап, уны район бәйгеһендә ҙур оҫталыҡ менән һөйләп, еңеүселәр төбәк этабында сығыш яһаясаҡтар. Өҙөк сәхнәләштереү конкурсы буйынса Ҡаланың 4-се лицейы һәм Ҡолсора ауылы мәктәбе уҡыусылары еңеүсе тип танылды.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ