Октябрьскийҙан 12 йәшлек йырсы Мәскәүҙә гран-приға лайыҡ булды

Тамашасы һөйөүен яулап. Октябрьскийҙан 12 йәшлек йырсы Мәскәүҙә гран-приға лайыҡ булды. Рамаҙан Басимовҡа «Гнесин-Джаз-Голос-Дети»йәш башҡарыусыларҙың халыҡ-ара вокаль джаз фестиваль-конкурсында уңыш йылмая. Быға тиклем ул бер нисә тапҡыр, шул иҫәптән «Уфимская волна» музыкаль конкурстарында гран-при яулаған. Малайҙың хыялдары һәм уй-ниәттәре хаҡында киләһе яҙмала.

Рамаҙандың заманса йыһазландырылған бүлмәһендә ижад итеү, дәрес әҙерләү, креатив идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Өҫтәлдәр, кәштәрләр дипломдар, кубоктар һәм статуэткалар менән тулы. Был бүләктәр уның маҡсатҡа ынтылыусан, еңеүсе һәм лидер булмышы хаҡында һөйләй. Алтын тауышҡа эйә үҫмер мәктәптә тик бишле билдәләренә генә өлгәшә, спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә.

Бокс менән шөғөлләнгәндә, йырлауҙан һәм мәктәптән ял итәм. Мәктәптән һәм бокстан йырлаған саҡта. Мәктәптә мин тырышып белем алам.

Рамаҙан Басимов, «Һинең тауышың» йыр конкурсында гран-при яулаусы

4 йәшендә Рамаҙан өндәрҙе тулыһынса әйтеп бөтөрмәү сәбәпле насар һөйләшә.Телмәрен яҡшыртыу өсөн әсәһе уны йыр түңәрәгенә алып килә. Рамаҙан беренсе балалар вокаль конкурсында уҡ гран-при яулай. Музыка мәктәбенә уҡырға ингәндән һуң, еңеүҙәре артҡандан-арта. Уның иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе-«Һинең тауышың»проектында триумф яулау.

Был конкурста ҡатнашҡанда, миңә ағайым ярҙам итте. Сығыш яһағандан һуң ул минең үҙемә йыр яҙып ҡарарға кәңәш итте. Мин шулай эшләнем дә. Өлкән ағайым махсус хәрби операцияла, шуға күрә лә Башҡортостан һәм берҙәм халҡыбыҙ тураһында йыр ижад иттем.

Рамаҙан Басимов, «Һинең тауышың» йыр конкурсында гран-при яулаусы

Йырҙың һүҙҙәре лә көйө лә Рамаҙандыҡы. Йәш автор-башҡарусының был йыры жюри ағзалары һәм Мәскәү тамашасылары күңеленә хуш килә. Был йырҙың нисек тыуғанын Өфө сәнғәт институтын һәм Ҡазан консерваторияһын тамамлаусы ата-әсәһе яҡшы белә.

Беҙ улыбыҙҙың уңыштары менән ғорурланабыҙ. Конкурстарға барғанда призлы урындар яулайбыҙ. Ул «Һинең тауышың» конкурсында ла гран-при алды, жюри ағзалары күңелен Башҡортостан тураһында шәп йыры менән яуланы.

Ришат Басимов, Рамаҙан Басимовтың ата-әсәһе
Волна

Был йыр өҫтөндә ул ике аҙна ныҡлы эшләне, төндәр буйы йоҡламай ижад итте. Һуңынан ғына туйғансы ял итеп, йоҡлап алды.

Гүзәл Басимова, Рамаҙан Басимовтың ата-әсәһе

Өмөтлө, йәш йырсы әлегә ижади үҫеш юлын һайлай. Артабан сәнғәткә барырмы, спортты һайлармы, әллә техник фәндәргә ҡағылышы булған һөнәр алармы? Уныһын ваҡыт күрһәтер.

Гүзәл Борханова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ