«Үлемһеҙ полк» быйыл онлайн форматта үтә

Был турала Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, һуңғы арала пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе көсәйҙе һәм бындай күләмле саралар ойоштороу ҡурҡыныс. Илдә акцияны онлайн үткәреү тәжрибәһе бар һәм был осраҡта ла уның әһәмиәте, ҡатнашыусыларҙың патриотизмы кәмемәй. Ә бына Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған хәрби парад ойошторола, шулай ҙа көс структуралары тәҡдиме менән ул да булмауы ихтимал. Әле баш ҡалала парад репетицияһы дауам итә. Йәшәйештең башҡа көнүҙәк мәсьәләләре һәм хәл ителергә тейешле проблемалар тураһында Айнур Кәбиров репортажы. 

Республика менән идара итеү үҙәгенең кәңәшмәләр залында был тиклем халыҡ йыйылғаны юҡ ине. Президиум алдына тотош бер хоккей командаһы инеп тулды. 7 тапҡыр Рәсәй чемпиондары һәм 6 тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулаусы «Ағиҙел» командаһы. Ирҙәр командаһынан айырмалы улар быйыл да кубок менән.

Радий Хәбиров хоккей командаһы ағзаларына дәүләт наградалары һәм Башҡортостан башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ҡыҙҙар залдан сыҡты, ә бына «Салауат Юлаев» хоккей клубы генераль директоры Ринат Бәшировҡа төбәк башлығы тотҡарланырға ҡушты.

Күңелле саранан һуң кәңәшмә ғәҙәти режимға күсте. Инде нисәнсе оперативка рәттән сүп-сар һәм тирә йүнде тәртипкә килтереү мәсьәләһе көнүҙәк ҡала. Радий Хәбиров көнкүреш ҡалдыҡтары менән шөғөлләнеүсе ҡайһы бер төбәк операторҙарының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.

Юлдарҙы ремонтлау мәсьәләһе лә ошондай уҡ өҫтөнлөклө мәсьәлә. Республикала барлыҡ асфальт бетон заводтары эш башлаған. Төҙөкләндереү эштәре лә күпкә йәнләнергә тейеш, тине Радий Хәбиров.

Һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам. Радий Хәбировтың 12 йөкләмәһенең 6-һы үтәлгән һәм ҡалғаны эш өҫтөндә. Махсус департамент булдырылыуы, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙы эҙләү буйынса эшсе төркөм барлыҡҡа килеүе, «Талҡаҫ» шифаханаһында яңы реабилитация үҙәге ойошторолоуы ла ошо бурыстар иҫәбендә. Радий Хәбиров эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен дә квота менән беркетеү тәҡдиме индерҙе.

Республика башлығы Еңеү көнөнә әҙерлек барышы менән дә ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Үлемһеҙ полкты быйыл онлайн режимда уҙғарырға ҡарар ителде. Һуңғы арала пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе көсәйҙе һәм бындай күләмле саралар ойоштороу ҡурҡыныс. Ә бына Еңеү парадына әҙерлек һәм репетициялар дауам итә.

А.Кәбиров

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ