Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең тау-металлургия комплексын үҫтереүгә йүнәлтелгән форум тәүге тапҡыр ойошторола. Сарала ҡатнашыусылар тау-металлургия тармағының үҫеш перспективаларын ҡарай. Башҡортостанда былтырғы йомғаҡтар буйынса металл мәғдәне сығарыу 10 процентҡа, металлургия производствоһы 5 процентҡа артҡан.
Тау сәнәғәтендә һәм металлургияла 150 миллиард һумға 8 ҙур проект тормошҡа ашырыла.Тармаҡта 17 мең самаһы кеше эшләй. Форумда һанлы технологиялар, яһалма интеллект, яңы материалдар һәм ҡорамалдар ҡулланыу буйынса секциялар ҡаралған. Ҡатнашыусылар геология, металлургия һәм ҡойоу эше өлкәһендә яңы алымдар күрһәтә. Уралда тау эшенең үҫеш тарихы, тау мәғдәне предприятиелары биләмәләренең экологик хәүефһеҙлеге, таусыларҙың хеҙмәт шарттары буйынса түңәрәк өҫтәлдәр уҙа. Илдә металлургия сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы һәм конкурс була.
18-се һәм 19-сы быуаттарҙа республика төбәктәрендә баҡыр, ҡорос иретеү заводтары эшләгән. Форумда ҡатнашыусылар иртәгә Өфө музейҙарына һәм Мәләүез районындағы Воскресенск баҡыр иретеү заводына экскурсияға бара. 1745 йылда төҙөлгән завод Көньяҡ Уралда иң боронғо һәм иң эре металлургия производстволарының береһе булған. 150 йыл эшләү дәүерендә 27 мең тоннанан ашыу таҙа баҡыр сығарылған. Завод федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Әйткәндәй, Урал металлургия тау сәнәғәте форумын тап Өфөлә уҙғарыу Воскресенск баҡыр иретеү заводының 280 йыллығына арнала.




