Нигериянан-Бөрйәнгә. Көнбайыш Африка егете Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап Башҡортостанда эшкә ҡалған. Әхмәт Овал ике йыл инде Бөрйән үҙәк район дауаханаһында хирург булып эш башлаған. Йәш табип ошо ваҡыт эсендә йөҙҙәрсә кешегә ярҙам итеп, ерле халыҡтың ихтирамын һәм хөрмәтен яулап өлгөргән. Тулыраҡ беҙҙең киләһе репортажда.
Тырышып-тырмашып башҡортса һөйләшкән йәш табип Әхмәт Овал, Алыҫ Көнбайыш Африканан килгән Нигерия егете. Башҡортостанда аграр һәм медицина университеттарын тамамлаған. Ординатура тамамлағандан һуң яҙмышын тап хирургия менән бәйләргә хәл иткән. Коронавирус эпидемияһы мәлендә ковид госпиталендә эшләгән. Һәм тап шул ваҡытта Бөрйән дауаханаһының баш табибы Тимур Насиров менән танышып, районға стажировкаға барырға хәл иткән.
Хәҙер ике йыл артта. Әхмәт Овал район халҡынан, ә бөрйәндәр йәш табиптан ҡәнәғәт. Хирург ҡатмарлы операциялар яһауҙа ҡатнаша, пациенттарға иғтибарлы, итәғәтле. Тәүҙә ышанмайыраҡ ҡарай инек, үҙенең йыл мөнәсбәте менән халыҡ һөйөүен яуланы, башҡор телен дә өйрәнә, ти бөрйәндәр.
Дауахана табиптары әйтеүенсә, улар даими рәүештә яңы дауалау алымдарын үҙләштерә, заманса технологияларҙы ҡуллана. Әммә кадрҙар ҡытлығы ла юҡ түгел. Районда белгестәр етешмәгәндә телемедицина ярҙамға килә. Әле бөрйәндәр «Сәләмәтлек поезы»н көтә. Был проект Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса һигеҙенсе йыл тормошҡа ашырыла.
«Сәләмәтлек поезы» Бөрйән районында былтыр ғына 4 мең тирәһе кешене тикшергән, бөтәһе 300-ҙән ашыу сир асыҡланған. Улар араһында яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты өҫтөнлөк итә. Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген тикшереүгә лә ныҡлы иғтибар бирелә.
Быйыл «Сәләмтлек поезы» Бөрйән районында майҙың 4-нән 15-нә тиклем эшләй. Табиптар пациенттарҙы Иҫке Собханғол, Байназар ауылдарында ҡабул итәсәк. Теүәл графикты Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында ҡарап була.
Рәмзиә Кәримова




