Ҡорбан байрамы алдынан: Башҡортостанда һарыҡҡа ихтыяж бер нисә тапҡырға артты

Ҡорбан байрамына тиклем бер ай самаһы ваҡыт ҡалды. Республика мосолмандары менән бергә, ауыл хужалығы эшсәндәре лә ғәйет көнөнә әҙерлекте ваҡытынан алда башлай. Һарыҡ аҫраусылар байрам осоронда малға ихтыяждың бер нисә тапҡырға артыуын билдәләй. Шишмә районынан йүнсел Таһир Шаянов йылдағыса күпләп ваҡ малын изге ғәмәлгә оҙата. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Туй бүләгенең үрсеме тотош һарыҡсылыҡ тармағына юл аса. Шаяновтар бөгөн төбәк ауыл эшсәндәренә үрнәк булырҙай ҙур хужалыҡ алып бара. Кәсепселекте ғаилә дәүләт ярҙамын алмайынса, хәләл көсөнә таянып йәйелдергән. Йыл да тауарҙы ҡулаҡсаға әйләндереү ҙә бер ни тормай.

Ғөмүмән, ғаилә ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында үҙ урынын тапҡан. Ваҡ малдан тыш, күпләп эре мөгөҙлөһөн дә, йылҡыларын да көтә. Шулай уҡ умартасылыҡ эшен дә яйға һалған. Ауыл ерендә йәшәп тә, ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнелмәгән, ти Шаяновтар шаяртып.

Бигерәк тә, Ҡорбан ғәйетендә күпләп ваҡ мал изге ғәмәлгә тотонола. Баҙар хаҡтарына ярашлы бер баш һарыҡ 12 меңдән тәҡдим ителә. Йүнсел ғаиләгә ҡайҙалыр ситкә сығып эҙләйһе түгел, йылдар дауамында тотош республика буйынса үҙ һатып алыусыларын булдырған.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ