Яһалма интеллектта-башҡорт әҫәрҙәре һәм ваҡытлы матбуғат. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана фондында һаҡланған биш меңгә яҡын китап һәм гәзит-журналдар электрон версияға күсерелеп, башҡорт теле Милли корпусын байытҡан. Нейроселтәрҙәр тап уға нигеҙләнеп телде үҙләштерә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙә ҡулланылған заманса алымдар тураһында киләһе яҙмала
«Яһалма интеллект» менән әңгәмәлә уҡыусыларҙы борсоған көнүҙәк һорауҙарға яуаптар. Йыл башынан алып «Киске Өфө» гәзитенең һәр һанында Көфө ҡушаматлы нейроселтәр ярҙамында айырым рубрика сыға. Үҙе тураһында яҙғанда ул баҫма хеҙмәткәре булыуын, башҡорт телен үҫтереү, ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә маҡсатлы көйләнеүен билдәләй.
«Яһалма интеллект» әлегә башҡорт теле менән байытыла ғына. Был йүнәлештә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы ла һөҙөмтәле эшләй. Ҡағыҙҙа баҫтырылған китаптар, гәзит-журналдар башта электрон версияға күсерелә, унан һуң яһалма интеллекттың мәғлүмәт системаһын тулыландыра.
Интернет киңлектәрендә башҡорт телендә материалдар күп булған һайын, нейроселтәрҙең яуап биреү даирәһе лә артасаҡ. Белгестәр билдәләүенсә, ул әлегә аралашырға өйрәнә генә: көндән-көн яңы мәғлүмәт туплай, үҙенсәлектәрен асыҡлай һәм телебеҙҙе аңлауҙа камиллаша бара. Интернет киңлектәрендә башҡортса мөхит булдырыу-заман талабы.
Гөлназ Хәйбуллина




