Башҡортостанда яҙғы сәсеү кампанияһы старт алды

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр иттте. Миәкә районында бойҙай, һоло һәм көнбағыш сәселә, Көйөргәҙелә-һоло менән арпа. Туймазы, Шишмә һәм Өфө райондарында эш бойҙай һәм һоло сәсеүҙән башланған. Әлеге ваҡытта сәсеү республиканың 16 районында бара, тип яҙған төбәк етәксеһе. Быйыл иртә культуралар 2 миллион гектарҙан ашыу, ужым баҫыуҙары 300 мең гектарға яҡын майҙанды биләйәсәк. Шулай уҡ иҡтисади яҡтан отошло һәм перспективалы майлы культуралар майҙандарын арттырыу ҙа дауам итә. Хужалыҡтар орлоҡ менән тәьмин ителгән. Шул да мөһим-иген менән көнбағыш орлоғоноң 90 проценттан ашыуы үҙебеҙҙә етештерелгән. Был төптән уйланылған системалы эш һөҙөмтәһе һәм беҙ уны артабан да дауам итәсәкбеҙ. Техника әҙер. Баҫыуҙарға быйыл 12 мең трактор сыға, яҙғы сәсеүгә 5 мең ауыл хужалығы машинаһы йәлеп ителәсәк. Радий Хәбиров аграрийҙарға һәйбәт һауа торошо һәм мул уңыш теләгән. 

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ