Өс меңенсе маскировка селтәре. Өфө ирекмәндәре тыуған ил, һәр яугир ғүмере өсөн тыл шарттарында көрәшеүселәр алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға 2022 йылдан бирле ярҙам итә. Сао сәсле өлкән быуын вәкилдәрен һәм йәштәрҙе берләштергән «Масксети щит Өфө» ирекмәндәренең Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Таҫма ҡырҡыу станогы артында аҙна дауамында эш тынмай. Көмөш иремәндәр махсус хәрби операция башланғандан, бер ғаилә булып, Еңеүҙе яҡынайтыу маҡсатында берләшкән. Улар бөгөн өс меңенсе маскировка селтәрен үреп бөтөп, алғы һыҙыҡҡа оҙата.
Гүзәл менән Таһир Ғилмановтар ҙа махсус хәрби операция башланыу менән фронтҡа ярҙам итеүсе ирекмәндәр сафына баҫҡан. Таһир Ғилманов дошман яғынан осоп килгән «ҡоштарҙы» туҡтатыу өсөн күпләп шаршауҙар ҙа етештерә.
Дошманға күрненмәҫлек сифатлы һаҡланыу сараларын етештереү буйынса цехтың үҙ рекордсылары ла бар.Венера Бикҡолва менән Вера Орлова 3х6 ҙурлығында маскировка селтәрен дүүрт сәғәт эсендә өлгөртә.
Йәштәр ҙә яугирҙарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә ынтыла. Әмир Ғарипов менән Алексей Сухов ял көндәрен көтөп ала.Улар ял итеүгә ҡарағанда, штабта эшләүҙе хуп күрә.
Ике цехтан ғына башланған ирекмәндәр хәрәкәте әлеге ваҡытта республика район-ҡалаларында ойошторолған өс тиҫтәнән ашыу филиалды берләштерә. Ирекмәндәр хәрби хәркәттәр барған ландшафтҡа яраҡлаштырылған профессиональ һаҡланыу саралары етештереп, яу яланыдағы һалдаттарҙы Еңеүә рухландыра.
Был цехта маскировка селтәрҙәре, ҡотҡарыу браслеттары, разведчик һәм снайпер кейемдәре хәрбиҙәрҙең махсус заказы буйынса етештерелә. Улар дошмандың дрондарына күренмәй.Был ҡорамалдар һәм кейемдәр Еңеүҙе яҡынайьыуҙа хәл иткес роль уйнай.
Гүзәл Борханова




