Бөрйән районы Кейекбай ауылында Айрат Ҡарабаев исемендәге хәрби-тарихи музей ойошторолған

Уны гвардия сержантының ата-әсәһе асҡан. Шакир һәм Нәсимә Ҡарабаевтарҙың ғәзиз улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Айрат бала сағынан әүҙем тормош алып барған, балыҡ тоторға яратҡан, спорт менән шөғөлләнгән, һәр ваҡыт хужалыҡта ярҙам иткән. Экспозицияла геройҙың хәрби кейеме, документтары һәм шәхси әйберҙәре урын алған. Экспонаттар фондын тулыландырыуҙа урындағы халыҡ та ярҙам иткән.

Музей фондын тулыландырыуҙа шулай уҡ махсус хәрби операция ветераны, Ғәҙелгәрәй ауылынан Азат Сәғитов ярҙам күрһәткән. Демобилизациянан һуң ул ҡатыны һәм әсәһе менән бергә ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып бара. Улар ҡоро душ һәм дронға ҡаршы юрғандар эшләй. Кәрәкле материалдарҙы ирекмәндәр үҙ иҫәбенә һатып ала. Ә производствоны киңәйтеү өсөн теләүселәр араһында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Яҡташтарына ярҙам итеүҙә Бөрйән районының барлыҡ ауылдары халҡы ҡатнаша.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ